06:19 (UTC+5), 23 Марта 2020

Башҡортостанда коронавирус йөрөтөү ихтималлығы булғандар менән эшләгән табиптарға өҫтәмә аҡса түләнә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы буйынса карантинда булғандар менән эшләгән табиптарҙы дәртләндерергә ҡушты.
Тиҙҙән табиптарға өҫтәмә түләү тураһында тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйыла, тип хәбәр итте ул республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.
Уның һүҙҙәренсә, әле алғы һыҙыҡта эшләгән табиптар матди яҡтан дәртләндерелергә тейеш.
«Беҙҙә инфекция килеп сыҡмаҫ тип уйлау өсөн бер ҡатлы, мин хатта ахмаҡ тип әйтер инем, булырға кәрәк – сир мотлаҡ килеп сығыр. Был ваҡытҡа бәйле, — тип белдерҙе республика башлығы. — Һуңғы ике аҙнала Башҡортостандан 15 мең кеше сит илдә булып ҡайтҡан. Шуға күрә беҙгә тап шуға әҙерләнергә кәрәк».
Потенциаль зарарланған сирлеләр менән эшләгән социаль хеҙмәткәрҙәр өсөн дә ошондай түләүҙәр ҡаралған.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 58 кеше коронавирусҡа шик менән дауаханаға һалынған, уларҙың алтауһы – балалар.
«Беҙҙә коронавирус менән сирләүҙең тәүге осрағы асыҡланыу менән шунда уҡ хәбәр итербеҙ, бер ниндәй мәғлүмәтте лә йәшермәҫбеҙ», — тине республика башлығы Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика