05:52 (UTC+5), 17 Марта 2020

Башҡортостан бюджеты Еңеү көнөнә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр өсөн 187 миллион һум йүнәлтә

автор
Сергей Николаев
Башҡортостандың 2020 йылға бюджетында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр өсөн 187 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла. Республика Финанс министрлығы ошондай мәғлүмәттәр килтерә.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға, ветерандарға, инвалидтарға, шулай уҡ элекке концлагерь тотҡондарына — 25 мең һум, тыл эшсәндәренә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың тол ҡатындарына бер тапҡыр 5 мең һум түләнергә тейеш.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына ҙур саралар ойошторола, улар араһында республикала тәүгә тормошҡа ашырылған акциялар бик күп. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм инвалидтар өсөн «шәхси ярҙамсы» социаль хеҙмәте. Мохтаж ветерандар аҙнаһына 16-нан 28 сәғәткә тиклем ошондай ярҙам алырға хоҡуҡлы. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда шундай ярҙамға мохтаж 69 ветеран йәшәй.
Тағы бер яңылыҡ – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм инвалидтар, ҡамауҙағы Ленинградта йәшәгәндәр, бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондары өсөн популяр такси сервисының бушлай хеҙмәттәре. Дөйөм алғанда, улар – 1345 кеше. Айына дүрт тапҡыр республика биләмәһендә такси сервисы хеҙмәттәре менән бушлай файҙаланырға мөмкин, бер тапҡыр йөрөү хаҡы 250 һумдан артмаҫҡа тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика