10:38 (UTC+5), 12 Март 2020

Радий Хәбиров Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумын үткәрергә бойороҡ бирҙе

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Галина Бахшиева
26-29 майҙа Өфөлә Рәсәй нефть-газ химияһы форумы һәм XXVIII «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәһе уҙғарыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Документта билдәләнеүенсә, форум һәм күргәҙмә «Башҡортостан иҡтисадының төп тармаҡтарының инновациялы үҫеше өсөн илебеҙ ҡеүәтен файҙаланыу һәм технологик интеграцияға булышлыҡ итеү» өсөн ойошторола.
Мәҫәлән, былтыр Башҡортостанға Рәсәй нефть-газ химияһы форумына һәм «Газ. Нефть. Технологиялар» күргәҙмәһенә илдең 37 төбәгенән һәм 10 сит илдән 350-нән ашыу компания вәкилдәре килде.
2019 йылда уҙған форумда Радий Хәбиров Башҡортостандың нефть-газ химияһы тармағын артабан үҫтереү буйынса пландары ҙур булыуын билдәләне. Яғыулыҡ-энергетика комплексы элеккесә ил иҡтисадының мөһим өлөшө, Башҡортостан сәнәғәтенең нигеҙе булып ҡала.
Республикала нефть тармағының бөтә етештереү циклы күрһәтелгән, фундаменталь һәм тармаҡ фәне тупланған. Бөгөнгә территориаль нефть-химия кластеры 200-ҙән ашыу предприятие-ойошманы берләштерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика