Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Март 2020, 16:20

Башҡортостанда һөт арзанайған

Валерий Шахов
Валерий Шахов
Башҡортостанда февраль айында пастеризацияланған һөткә уртаса хаҡтар 49,77 һумға тиклем кәмегән, тип белдерҙе республика статистиктары.
Ғинуарҙа 2,5-3,2% ҡуйылыҡтағы пастеризацияланған айыртылмаған һөт республикала йәшәүселәргә 29 тингә ҡиммәтерәккә төшкән.
Ғәҙәттәгесә, һөткә хаҡтар буйынса иң ҡиммәт ҡала – Өфө, уртаса 51,59 һум.
Икенсе урында – Нефтекама, унда бер литр һөт 49,85 һум тора.
Сибайҙа йәшәүселәр февралдә бер литр пастеризацияланған һөткә уртаса 47,14 һум түләгән.
Стәрлетамаҡта һөт күпкә арзаныраҡ – бер литры уртаса 45,57 һум, тип йомғаҡ яһаны статистиктар.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: