10:15 (UTC+5), 06 Марта 2020

Республикала «Алға» картаһы буйынса түләнгән юл йөрөүҙәр һаны ҡулаҡса менән түләгәнгә ҡарағанда күберәк

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
6 мартта тотош республикала «Алға» картаһы менән түләнгән юл йөрөүҙәр һаны (150 меңдән ашыу) ҡулаҡса менән түләгәнгә ҡарағанда күберәк. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
«Хәтерегеҙгә төшөрәм, төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе ифрат ҙур әйләнештәрҙе күләгәнән сығарыу ине, күреүегеҙсә, был мәсьәлә планлы рәүештә хәл ителә. Барлыҡ, шул иҫәптән шәхси ташыусыларҙы валидаторҙар менән тәьмин иттек, шуға хәҙер ҡаланың һәр автобусында, троллейбусында йәки трамвайында, хатта электричкала «Алға» менән түләү мөмкинлеге бар. Әйтергә кәрәк, шәхси ташыусыларҙың барыһы ла беҙҙе ишетмәне. Ундайҙар менән юлдарыбыҙ айырыла. 1 июлдән, законға ярашлы, уларға ҡарата санкциялар индерелә: штрафтар, лицензияларын тартып алыу янай. Транспорт проблемаһын аҙағынаса хәл итербеҙ. Башҡаларын кеүек үк», — тип билдәләне республика башлығы.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы Башҡортостан социаль карталар регистрына һылтанма менән хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда юл өсөн ҡулаҡса менән иҫәпләшеү уҙған йылдың авгусында 60% 2020 йылдың февралендә 43% тиклем кәмене. Пассажирҙарҙың 25 проценты «Алға» картаһы менән иҫәпләшә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика