12:46 (UTC+5), 06 Марта 2020

Башҡортостан — Конституция буйынса тауыш биреү ойоштороуға бүленгән аҡса күләме буйынса тәүге өсәү иҫәбендә

автор
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү уҙғарыу өсөн 457,28 миллион һум бүленә. Был — бүленгән аҡса күләме буйынса Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала өсөнсө урын, тип хәбәр итте РБК.
Хәбәр ителеүенсә, 373,28 миллион һум өҫтәмә эш хаҡы түләүгә (дәртләндереүгә) йүнәлтелә. Республиканың һайлау комиссияларына 395,96 миллион, шул иҫәптән хеҙмәт өсөн түләүгә 333,25 миллион һум күсерелә.
Федераль бюджет аҡсаһын бүлеүҙе Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы раҫланы.
Республика аҡса бүлеү күләме буйынса өсөнсө урында, Мәскәүгә — 603,87 миллион, Мәскәү өлкәһенә 532,74 миллион һум йүнәлтелә.
Дәүләт Думаһы Конституцияға үҙгәрештәр тураһында закон проектын 23 ғинуарҙа тәүге уҡыуҙа хупланы. Икенсе уҡыу – 10 мартта, өсөнсөһө 11 мартта була.
Конституцияға төҙәтмәләр буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүе 22 апрелгә билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика