11:55 (UTC+5), 05 Марта 2020

Өфөлә апрель башына урамда рөхсәтһеҙ һатыу итеү бөтөрөлөргә тейеш

Өфө хакимиәте
Сергей Николаев
Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин апрель башына урамда рөхсәтһеҙ сауҙа итеүҙе бөтөрөү бурысын ҡуйҙы. Башҡортостандың баш ҡалаһында бындай хоҡуҡ боҙоуҙар, башлыса, йәйәүлеләр күп йөрөгән урындарҙа күҙәтелә, мәҫәлән, «Өфө» универмагы» туҡталышындағы ер аҫты үткәүелендә һатыу итеүгә бәйле дәғүәләр күп.
Өфөлә граждандар өсөн 20 сауҙа майҙансығы эшләй, йыл аҙағына уларҙың һанын тағы ла 8-гә арттырыу күҙаллана. Шулай уҡ сауҙа комплекстары биләмәһендә махсус бүленгән урындар бар, ләкин уларҙың 43% ғына тулы. Был тәү сиратта һатыу итеүселәрҙең үҙ тауарын халыҡ күп йыйылған урындарҙа һатыу теләге менән бәйле.
Былтыр Өфө урамдарында законһыҙ сауҙа өсөн 5,6 миллион һумға 7,3 мең штраф һалынған, был 2018 йылға ҡарағанда 580 меңгә күберәк. Ләкин уларҙы түләү суммаһы үҙгәрешһеҙ ҡалған – 3,5 миллион һум кимәлендә. Штрафтың уртаса күләме – 750 һум, ә административ комиссиялар граждандарға 1,5 мең һумға еткән штраф һалмай тиерлек.
Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Николай Фадеев хәлде үҙгәртеү өсөн ҡала властарының Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына сауҙа ҡағиҙәләрен ҡабаттан боҙған өсөн штрафтарҙы арттырыу тураһында закон сығарыу башланғысы менән сығырға кәрәк тигән тәҡдим индереүҙәрен әйтте. Хәҙер рөхсәтһеҙ һатыу иткән өсөн 500 һумдан алып 1500 һумғаса штраф һалыныуы мөмкин. Был сумманы – 1-3 мең һумға, ә ҡабаттан боҙған осраҡта 3-5 мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика