16:43 (UTC+5), 26 Февраль 2020

Өфөлә ҡоймаҡ бешереү башҡа миллионлы ҡалаларға ҡарағанда арзанғараҡ төшә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөләргә 30 ҡоймаҡ бешереү яҡынса 92 һумға төшә. Был Рәсәйҙең башҡа миллионлы ҡалаларына ҡарағанда арзаныраҡ, тиелә Яндекс тикшеренеүендә.
«Ошо сумманың яртыһынан ашыуы һөткә тура килә – 49 һум. Дүрт йомортҡа — 21 һум 50 тин, 400 грамм он 13 һум тора. Кәрәкле күләмдә көнбағыш майы, тоҙ һәм шәкәр — 9 һум самаһы», — тип белдерҙе аналитиктар.
Айырыуса Красноярск һәм Санкт-Петербург ҡалаларында йәшәүселәргә ҡоймаҡ бешереү ҡиммәтҡә төшә — 111 һум. Артабан Һамар килә — 108 һум, Дондағы Ростов, Мәскәү һәм Түбәнге Новгород — 105 һум.
Аналитиктар шулай уҡ ҡоймаҡ өсөн популяр өҫтәмәләр һәм эслектәрҙең хаҡын иҫәпләп сығарған: ҡыҙыл ыуылдырыҡ, эремсек, ҡуйыртылған һөт, ҡаймаҡ һәм аҡ май. Төрлө ҡалаларҙа ҡаптар айырылып торорға мөмкин. Мәҫәлән, Краснодарҙа эремсекте күп осраҡта – 180, Өфөлә – 200, ә Омскиҙа 450 грамлыҡ ҡаптарҙа һатып алалар. Ҡалаларҙы үҙ-ара сағыштырыу өсөн йөҙ грамлыҡ продукттың хаҡын ҡарағандар.
Өфөлә өҫтәмәләргә хаҡтар уртаса кимәлдән әллә ни айырылмай. Эремсек кенә миллионлы ҡалаларға ҡарағанда 6% осһоҙ.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика