Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Февраль 2020, 15:31
Башҡортостанда биш йылда 564 саҡрым ҡасаба урамы төҙөкләндерелә
Башҡортостанда «Тыуған урам» программаһы буйынса 2024 йылға тиклем — меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡасабаларҙың 564 саҡрым самаһы үҙәк урамдарын, ә быйыл 112,9 саҡрым «тыуған» урамды төҙөкләндереү күҙаллана.
2019 йылда Республиканың юл фонды программаны 691 миллион һумға финансланы. 58 тораҡ пунктта 95 саҡрым юл йүнәтелде.
Шулай уҡ былтыр 1291 саҡрым юлға ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы түшәлде. Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Шаран, Ишембай райондарында план үтәлмәне.
Ағымдағы йылда 1745 саҡрым юлға түшәү планлаштырыла. Эштәр 1 июндә башлана.
Был турала Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында муниципалитет башлыҡтары менән кәңәшмәлә әйтелде.
http://www.bashinform.ru/news/1414250-v-bashkirii-za-pyat-let-otremontiruyut-564-km-poselkovykh-ulits/
Теги:
урамдар
юлдарҙы төҙөкләндереү
Читайте нас: