05:24 (UTC+5), 12 Февраля 2020

«Башавтотранс» февралдән ҡала яны һәм муниципаль-ара маршруттарға хаҡтарҙы арттырҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башавтотранс» дәүләт ташыусыһы 1 февралдән ҡала яны һәм муниципаль-ара маршруттарға хаҡтарҙы арттырҙы. Ҡулаҡса һәм «Алға» картаһы буйынса билет хаҡы араһында айырма – 5-тән алып 20 һумға тиклем.
Хаҡтарҙың артыуы айырыуса көн һайын баш ҡалаға эшкә йөрөгән Өфө агломерацияһы халҡына нығыраҡ һиҙелә. Әйтәйек, 108-се Үҙәк сауҙа комплексы – Урман хужалығы маршрутында хәҙер юл хаҡы 50 һум тәшкил итә («Алға» картаһы буйынса – 40). 164-се Өфө – Таптыҡ маршрутында Лекаревкаға хәтлем — 91 (72,8) һум,122-се Дан бульвары — Авдон — 55 (44) һум.
Краснокама, Яңауыл, Балтас, Тәтешле райондары маршруттарында ла хаҡтар күтәрелде. Хәҙер Нефтекаманан Николо-Березовкаға тиклем юл хаҡы ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә — 25 һум, «Алға» картаһы буйынса 18 һум тора, ә Нефтекаманан Яңауылға хәтлем — 100/80 һум.
281-се Стәрлетамаҡ — Золотоношка, 298-се Стәрлетамаҡ — Максимовка — Алға маршруттарында 1 саҡрым өсөн 2,5 һум, «Алға» картаһы буйынса ташлама — 10%.
Салауат – Мәләүез маршруттарында ла юл хаҡы үҙгәрҙе: 115 һум, карта буйынса 92 һум.
Мәләүездән Салауатҡа ҡулаҡса менән 115 һумға йәки карта буйынса 92 һумға барып етергә мөмкин, Мәләүездән Күмертауға: 60/48 һум.
Күмертау — Ермолаевка: ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә — 40 һум, «Алға» картаһы буйынса 32 һум; Күмертау — Маячный: 50/40 һум.
Ишембай — Воскресенск, Салауат — Нордовка — Федоровка, Салауат — Нордовка — Бала Сытырман — Федоровка маршруттарында 1 саҡрым өсөн 2,5 һум билдәләнде.
Ғафури районының барлыҡ маршруттарында тариф 1 саҡрым өсөн 2,4 һум тәшкил итә, «Алға» картаһы буйынса ташлама — 5%.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика