12:28 (UTC+5), 10 Февраля 2020

Башҡортостанда 16 муниципалитет юлдарында йәнә 115 камера урынлаштырылды

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың 16 ҡала-районы юлдарында йәнә 115 фотовидеотеркәү комплексы ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан.
Стәрлетамаҡ (19), Нефтекама (6), Әлшәй (6), Архангел (3), Баҡалы (7), Бәләбәй (6), Белорет (11), Бишбүләк (8), Бүздәк (3), Дәүләкән (4), Иглин (11), Кушнаренко (6), Миәкә (7), Стәрлетамаҡ (1), Федоровка (9), Шаран (8) райондары юлдарында тиҙлек режимын боҙоуҙы теркәгән камералар барлыҡҡа килде.
1 майға тиклем бөтәһе 62 муниципалитетта 609 камера ҡуйыла. Шуларҙың 150-һе яңы йылға хәтлем үк урынлаштырылды. Комплекстарҙы монтажлау һәм хеҙмәтләндереү өсөн дәүләт контрактын, уны 1,75 миллиард һумға — башланғыс хаҡынан 26% түбәнерәккә үтәргә тәҡдим итеп, «Башинформсвязь» компанияһы алды. Биш йыллыҡ ҡуртым ваҡыты үткәс, комплекстар республика милкенә тапшырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика