15:35 (UTC+5), 10 Февраль 2020

Башҡортостан өс йылда ярлылыҡҡа ҡаршы көрәшкә 1,12 миллиард һум йүнәлтә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2020 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан 2020-2022 йылдарҙа социаль контракттар программаһын тормошҡа ашырыу өсөн 1,12 миллиард һумдан ашыу – йыл һайын 375,6 миллион һум йүнәлтә. Аҡсаның төп өлөшө федераль бюджеттан алынған, төбәк ҡаҙнаһын берлектә финанслау 2020 һәм 2021 йылдарҙа – 51,2 миллион һум, 2022 йылда 71,5 миллион һум тәшкил итә.
Финанслауҙың артыуына бәйле ярлылыҡҡа ҡаршы көрәш программаһы күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итергә мөмкин – 2024 йылға тиклем йыл һайын 2 мең, һөҙөмтәлә 10 мең ғаилә ярҙам алырға тейеш. Һөҙөмтәлелек күрһәткесе – йәшәү минимумы дәүмәленән күберәк булған килем.
Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, 2014-2019 йылдарҙа 6728 кешегә адреслы ярҙам күрһәтелгән. Айырыуса шәхси ярҙамсы хужалыҡты алып барыуға 50 мең һумға тиклем түләү талап ителгән. Ауыл ерендә ошо ярҙам сараһын 6570 кеше алған (башлыса улар мал һатып алған). 151 кеше, 100 мең һумға тиклем аҡса алып, шәхси предприятие асҡан (алыусыларҙың 2%), етәүһенә һөнәри белем алыуға бәйле ярҙам күрһәтелгән. Бының өсөн 15 мең һумға тиклем бүленә.
Шулай уҡ программа эш эҙләүгә бәйле ярҙамды ла үҙ эсенә ала, был ҡала халҡы өсөн һөҙөмтәлерәк.
Хеҙмәт министрлығы Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты менән шәхси предприятиелар һанын арттырырға өмөтләнә, тип билдәләне Ленара Иванова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика