07:40 (UTC+5), 07 Февраля 2020

Һуғыш инвалидтарына, ветерандарға һәм тол ҡатындарға Еңеүҙең 75 йыллығына 75 мең һумға тиклем аҡса бирелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, инвалидтарға, вафат булған ветерандарҙың тол ҡатындарына һәм тол ирҙәренә, концлагерь, төрмә, гетто тотҡондарына бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Рәсәй президенты Владимир Путин ошо хаҡтағы указға ҡул ҡуйҙы.
Икенсе донъя һуғышы осоронда элекке бәлиғ булмаған концлагерь, гетто тотҡондарына, Финляндия менән һуғышта, Бөйөк Ватан һуғышында, Япония менән һуғышта һәләк булған хәрбиҙәрҙең тол ҡатындарына (тол ирҙәренә), Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм ҡатнашыусыларының тол ҡатындарына (ирҙәренә) 75 мең һум аҡса түләргә, тиелә документта.
Элекке бәлиғ булған нацист концлагерҙары, төрмә һәм гетто тотҡондарына 50 мең һум аҡса бирелә.
Дәүләт башлығы хөкүмәткә 2020 йылдың апрель-май айҙарында аҡса түләүҙе тамамларға ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика