10:54 (UTC+5), 07 Февраля 2020

«Алексеевка» совхозы» предприятиеһы устав капиталын 2,3 тапҡырға арттырҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Алексеевка» совхозы» дәүләт предприятиеһы устав капиталын ике тапҡырҙан ашыуға арттырҙы. Киң мәғлүмәт саралары яҙыуынса, 4 февралдә агрофирманың устав фонды 153,57 миллиондан 348,68 миллионға тиклем артты. Совхозды ойоштороусы – Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы «Интерфакс»ҡа быны предприятиеға Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә теплицаларҙы яңыртыу өсөн аҡса бүлеү менән бәйле тип аңлатты.
«Алексеевка» совхозы» заманса теплицалар төҙөү буйынса дәүләт-шәхси партнерлыҡ форматында инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Һалынған аҡсаның дөйөм күләме – 10 миллиард һумдан ашыу. Кредитор менән килешеүгә 2019 йылдың июнендә ҡул ҡуйылды.
Дәүләт компанияһы 37 гектарҙағы иҫке теплицаларҙы бөтөрөп, 45 гектарҙа теплица комплексы төҙөргә ниәтләй. Проект 2024 йылға тиклем бер нисә этапҡа бүленгән, баҙарҙа проблемалар килеп тыуған осраҡта уны теләһә ниндәй баҫҡыста туҡтатырға мөмкин, тине дәүләт предприятиеһы етәксеһе Рәмзил Низаметдинов проекттың презентацияһында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика