08:02 (UTC+5), 06 Февраля 2020

Башҡортостанда өс йылда ауыл биләмәләрен үҫтереүгә 4,7 миллиард һум йүнәлтелә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы алдағы өс йылда ауыл тораҡ пункттарын тәртипкә килтереү өсөн 4,7 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтә, шуның 3 миллиарды – федераль бюджет аҡсаһы. Республика хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү һәм хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереү мәсьәләләренә арналған Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһендә ошо турала белдерҙе. Сара бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бара.
Халыҡҡа йорт һалыу һәм ҡуртым килешеүе буйынса бирелгән торлаҡ төҙөү өсөн субсидиялар тапшырыуға 1,6 миллиард һум йүнәлтелә, шуның 1 миллиарды – федераль бюджет аҡсаһы. Алдағы өс йылда 19 районда дөйөм суммаһы 226 миллион һумлыҡ 24 газ торбаһы төҙөлә. 18 һыу менән тәьмин итеү объектын финанслау күләме – 503,9 миллион һум.
Ете районда 11 комплекслы төҙөлөш проекты ғәмәлгә ашырыла. Ошо маҡсатҡа 1,3 миллиард һум бүленә. Комплекслы төҙөлөш күпләп төҙөү өсөн майҙансыҡтар әҙерләүҙе күҙ уңында тота (һыу, газ менән тәьмин итеү, юл селтәре, тротуарҙар, урамдарҙы яҡтыртыу). Ике проект сиктәрендә Саҡмағош районында 200 урынлыҡ мәктәп һәм Яңауыл районында 50 урынлыҡ балалар баҡсаһы һалына.
Биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә 241,4 миллион һум бүленә. Был аҡса балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөү, майҙансыҡтарҙы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн төҙөкләндереү өсөн тотонола. Ошо маҡсатҡа 45 муниципаль районда 205 миллион һум бүленә. 751 миллион һум ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү проекттарын бойомға ашырыуға йүнәлтелә.
Хәҙерге көндә Баҡалы, Салауат, Яңауыл һәм Хәйбулла райондарында биш проект һайлап алынған. Атап әйткәндә, Хәйбулла районының Бүребай ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Аҡъяр ауылында 140 урынлыҡ интернат менән 550 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп һәм Степной ауылында фельдшер пункты.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан 11 тораҡ пунктҡа инә торған юлдар һалыу өсөн 997,9 миллион һум йүнәлтелә. Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Оксана Лут яңы федераль программаның төбәктәрҙең фекерен иҫәпкә алып ҡабул ителеүен, уның бынан алдағыһынан йүнәлештәрҙең күп булыуы менән айырылып тороуын билдәләне.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика