10:08 (UTC+5), 06 Февраль 2020

Башҡортостан — бирелгән ипотека кредиттары һаны буйынса тәүге биш төбәк иҫәбендә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан 2019 йылда ипотека кредиттарын биреү буйынса илдең биш төбәге иҫәбенә инде. Дөйөм алғанда, республикала 46,2 мең торлаҡ кредиты бирелде. Был хаҡта Үҙәк банк мәғлүмәтенә нигеҙләнгән ЦИАН тикшеренеүендә әйтелә.
Шартлы рейтингтың тәүге баҫҡысында Мәскәү тора – 80,8 мең ипотека кредиты.
Икенсе урында Мәскәү өлкәһе килә – 71,4 мең кредит.
Өсөнсөлә – Санкт-Петербург, уҙған йылда унда 64 мең торлаҡ кредиты бирелгән.
Дүртенсе урында Төмән өлкәһе урынлашҡан – 52,6 мең кредит.
Башҡортостан бишенселә – бер йылда 46,2 мең ипотека кредиты.
Рәсәй төбәктәрендә кредиттар биреүҙең иң ҡыҙыу осоро декабргә тура килде, был ваҡытта тарихта тәүге тапҡыр ипотека буйынса ставка йылына 9% тиклем түбәнәйҙе. Уҙған йылдың декабрендә бөтәһе 145 меңдән ашыу торлаҡ кредиты бирелде.
Былтыр Рәсәйҙә ипотека кредитының уртаса суммаһы 2,24 миллион һум тәшкил итте.
«Ипотека кредитының уртаса ваҡыты декабрь аҙағына 218,3 айға йәки 18,2 йылға етте. Сағыштырыу өсөн: 2018 йылдың һуңында ипотеканы яҡынса 16,7 йылға алдылар», – тип билдәләй тикшеренеү авторҙары.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика