11:25 (UTC+5), 05 Февраля 2020

Баш ҡалала 2020 йылдың яҙында онкология диспансерының яңы корпусын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Подрядсылар Республика онкология диспансерының яңы корпусында төҙөлөш-монтаж эштәрен март аҙағына тамамларға вәғәҙәләй. Апрель-май айҙарында ҡорамалдар һатып алыу һәм ҡуйыу дауам итә, һынау режимында эш башлана. Йәй башында корпус тулы ҡеүәтенә эшләүгә күсер тип көтөлә. Был турала журналистарға Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров хәбәр итте. 5 февралдә ул эш сәфәре менән төҙөлөп ятҡан социаль объекттарға барып килде.
2017 йылдың сентябрендә республика хөкүмәте заказы буйынса Республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусына 240 урынлыҡ төкәтмә һәм сменаһына 450 кешене ҡабул итерлек поликлина һалына башланы. Объекттың генераль подрядсыһы — Өфөнөң «Фирма СУ-10» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Төҙөлөш эштәренең суммаһы 1 миллиард һумдан ашыуға баһалана, ҡорамал хаҡы – 929,4 миллион. Федераль бюджет проектты 685 һумға финанслай.
Яңы туғыҙ ҡатлы төкәтмәлә поликлиника, лор-онкология, гинекология, урология, маммология, торакоабдоминаль бүлексәләр урынлаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика