07:36 (UTC+5), 04 Февраля 2020

Башҡортостанда федераль юлдар участкаларында транспорт хәрәкәтен сикләү бөтөрөлдө

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда федераль трасса участкаларында транспорт хәрәкәтен сикләүҙәр алынды. «Әлеге ваҡытта бөтә юлдарҙан йөрөргә мөмкин», — тип яҙҙы республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов Фейсбуктағы сәхифәһендә.
Уның билдәләүенсә, әле юлдарҙа — 1100 берәмек, шул иҫәптән федераль әһәмиәттәге юлдарҙа 136 берәмек техника эшләй, төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙа – 694, Өфөлә – 270 техника.
«Юл эшселәренә төндә лә йоҡларға тура килмәне, — тип хәбәр итте Мөхәмәтйәнов. — Көслө ҡар яуыуы сәбәпле Стәрлетамаҡтан Күмертауға тиклем Р-240 федераль әһәмиәттәге юлдарҙа, шулай уҡ Һамарҙан Ырымбурға тиклем М5 трассаһында йөк машиналары һәм автобустар өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде. Автобустарҙың 86 рейсы туҡтатылды. Ира – Магнитогорск юлында таңғы сәғәт 4-кә тиклем хәрәкәт сикләнде. Хоҙайбирҙин ауылында йылыныу пункттары һәм Мораҡта ике пункт асылды».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика