10:57 (UTC+5), 31 Января 2020

«Өфө» аэропорты 2019 йылда популяр булған 10 сит ил йүнәлешен атаны

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө туристарының күпселеге Антальяға барған. Төркиә курортында 433 мең кеше ял иткән. Аэропорттың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ошо йүнәлешкә ҡыҙыҡһыныу, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, туғыҙ процентҡа күберәк.
Баҡы ҡалаһының популярлығы ике тапҡырҙан ашыуға артҡан. Башҡортостандан Азербайжандың баш ҡалаһына 26,5 мең кеше барып ҡайтҡан.
Истанбулға осҡан рейстарҙа хеҙмәтләндерелгән пассажирҙарҙың һаны 20 процентҡа артҡан – 35,2 мең турист.
Саньяға осоу республикала йәшәүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. 2019 йылдың октябренән 40 меңдән ашыу турист Ҡытайҙың иҫтәлекле урындары менән танышҡан.
Өфө-Вена тура рейсы туристарҙа ла, бизнес вәкилдәрендә лә популярлыҡ яулай бара. Ярты йылда, яңы маршрут асылғандан алып, Башҡортостандан 10,5 мең кеше Австрияның баш ҡалаһында булып ҡайтҡан.
Популяр сит ил йүнәлештәре иҫәбендә – Даламан, Дубай, Камрань, Ларнака һәм Пхукет.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика