07:14 (UTC+5), 30 Ғинуар 2020

Республикала 2019 йылда төҙөлгән торлаҡ күләме 3,2% артҡан

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда 2019 йылда майҙаны 2 372 мең квадрат метрлыҡ (2018 йылға +3,2%) 32 меңгә яҡын фатир төҙөлгән. Республика сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урында тора. Беренселә — Татарстан (2 675 мең квадрат метр).
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, торлаҡтың 58% халыҡ үҙ иҫәбенә йәки кредит ярҙамында һалған, был 12,5 мең шәхси йорт тигән һүҙ. Шәхси торлаҡ күләме 2018 йылғы кимәлгә ҡарата 1,6% кәмегән.
Төҙөүсе компаниялар уҙған йылда 19,4 мең фатирҙы файҙаланыуға тапшырған – 2018 йылғы кимәлдән 10,8% юғарыраҡ. Торлаҡ төҙөлөшө структураһында уларҙың өлөшө 2,7% артҡан (2018 йылда – 38,8%, 2019 йылда –41,5%).
Халыҡтың йән башына индерелгән торлаҡ майҙаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында дүртенсе урында килә: 1000 кешегә иҫәпләгәндә 587 квадрат метр индерелгән (бер кешегә яҡынса 0,6 квадрат метр). Хөкүмәт 2024 йылға бер кешегә 27 квадрат метр күрһәткесенә өлгәшергә ниәтләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика