12:28 (UTC+5), 30 Января 2020

Өфөлә автотранспорт колледжын ҡаланың икенсе районына күсереү мәсьәләһен ҡарайҙар

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Өфө автотранспорт колледжы ҡаланың икенсе районына күсерелеүе ихтимал. Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Башҡортостандың баш ҡалаһы буйлап эш сәфәре ваҡытында уҡыу йортона барҙы һәм автотранспорт колледжын артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. 2019 йылдың авгусында Өфө автотранспорт колледжы етәкселеге ҡала хакимиәтендәге «Инвестиция сәғәте»ндә биналарҙы ҡала янына күсереү һәм буш участкала йорттар төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһаны. 1930 йылда һалынған колледжды төҙөкләндереү урынына шәхси инвестор аҡсаһына ҡала ситендә яңы уҡыу комплексы төҙөргә, ә бушап ҡалған 4 гектар майҙанды торлаҡ төҙөлөшө өсөн файҙаланырға тигән тәҡдим яңғыраны.
Яңы урынға күсеү Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн тергеҙеү һәм Һалле урамын капиталь реконструкциялау менән дә бәйле булыуы мөмкин, уның бер осо уҡыу йортона килеп терәлә. Андрей Назаров һүҙҙәренсә, Өфө автотранспорт колледжы – Башҡортостандың бай тарихлы терәк урта уҡыу йорттарының береһе. Ул 90 йыл дауамында кадрҙар әҙерләү урыны булып тора. Колледжды һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мәсьәләләре – хөкүмәт контролендә.
Декабрь аҙағында хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов колледжда Башҡорт дәүләт транспорт академияһын булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысты хупланы. Республикала бюджет урындары кәрәк, тип билдәләне ул.
Өфө автотранспорт колледжы 1930 йылда ойошторолған. Колледжда 2 203 студент уҡый.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика