Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
17+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Ғинуар 2020, 12:41

Республикала тимер юл станцияларында «Башавтотранс» рейстарына билеттар һата башлайҙар

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
ӨФӨ, 2020 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 1 февралдән Раевка һәм Дәүләкән тимер юл станцияларында «Башавтотранс» рейстарына билеттар һатыу башлана. Кассаларҙа билдәләнгән тариф буйынса ҡала-ара, район-ара һәм ҡала яны маршруттарына билеттар һатып алырға мөмкин.
«Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы»нан хәбәр итеүҙәренсә, Раевка станцияһы кассаһы — тәүлек әйләнәһенә, Дәүләкән станцияһында иһә тәнәфестәр менән таңғы сәғәт 5-тән киске 9 тула 15 минутҡа тиклем эшләй. Яйлап яңы хеҙмәт Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы яуаплы булған зоналарҙағы башҡа станцияларға таратыла. Автобус станциялары йыш ҡына тимер юл эргәһендә төҙөлә.
Читайте нас: