09:35 (UTC+5), 28 Января 2020

Радий Хәбиров ауыл проблемаларын халыҡ ҡатнашлығында тикшереү өсөн майҙансыҡ булдырырға тәҡдим итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Радий Хәбиров Миәкә районына эш сәфәре барышында район хужалыҡтары етәкселәре менән аралашты. Башҡортостан агросәнәғәт комплексына ярҙамды арттырырға һәм ауыл халҡына субсидиялар менән ярҙам итергә ниәтләй, тип билдәләне республика башлығы. Хужалыҡ етәкселәре һүҙҙәренсә, улар дәүләт яғынан ярҙамды тоя, юғиһә, яғыулыҡ-майлау материалдарына һәм минераль ашламаларға хаҡтарҙың даими күтәрелеүен иҫәпкә алғанда, эшләүе ауыр булыр ине.
Осрашыу «Үҙәк» машина-трактор станцияһының Миәкә филиалында (Федоровка һәм Стәрлебаш бүлексәләре лә шуға ҡарай) уҙҙы. Ул районда һөрөлгән ерҙең 15% ашыуын биләй, 3300 баштан ашыуы һыйыр бар. Филиал директоры Айрат Садиҡов әйтеүенсә, бөгөнгә уларҙа 350-гә яҡын кеше эшләй, уртаса 24 мең һум самаһы хеҙмәт хаҡы сыға. Филиалда 200-ләгән берәмек ауыл хужалығы техникаһы, ҡышҡы осорҙа ул ремонтта тора.
Ауылды социаль үҫтереүгә лә махсус иғтибар бүленә, тине Радий Хәбиров.
«Беҙ фельдшер-акушерлыҡ пункттар төҙөүҙе, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, юлдарға һәм урамдарҙы яҡтыртыуға аҡса бүлеүҙе дауам итербеҙ, йәштәрҙең күбеһе ауылда йәшәргә һәм эшләргә ҡалыр тип ышанғы килә», — тине Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәренсә, агросәнәғәт комплексы проблемаларын тикшереү, халыҡтың үҙҙәренең проблемаларын һәм тәҡдимдәрен әйтеү мөмкинлеге булһын өсөн айырым майҙансыҡ булдырыу хаҡында уйларға кәрәк.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика