12:09 (UTC+5), 28 Января 2020

Башҡортостанда яңы йыл каникулдарында тау саңғыһы курорттарына килеүселәр һаны ике тапҡырға артҡан

abzakovo.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда яңы йыл каникулдарында тау саңғыһы курорттарына килеүселәр һаны ике тапҡырға артҡан. Ҡунаҡханалар, шифаханалар, турбазалар был осорҙа ял итеүселәрҙе уҙған йылғы күрһәткестән 20% күберәк ҡабул иткән. Республика ҡунаҡханаларында һәм шифаханаларында 29 меңдән ашыу турист туҡталған. Өфөлә бер нисә көн дауам иткән TERRA ZIMA фестивалендә 50 меңдән күберәк ҡунаҡ ҡатнашҡан. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
«Беҙ бөтә күрһәткестәрҙең үҫешен күрәбеҙ, был бик ҡыуаныслы. Беҙҙең өсөн туризм – иҡтисадтың үҙебеҙ өсөн дә, донъя өсөн дә тулыһынса асып етмәгән ҙур тармағы. Шуның өҫтөндә эшләгеҙ», — тип йомғаҡ яһаны республика башлығы Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика