12:31 (UTC+5), 27 Января 2020

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө тергеҙелде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү эштәре тергеҙелде. Был ВТБ Капиталдың «Рәсәй саҡыра!» инвестиция форумы барышында 2017 йылдың Көнсығыш сығыу юлын финанслау, төҙөү һәм түләүле автомобиль юлын файҙаланыу тураһында концессия килешеүенә өҫтәмә шарттарға ҡул ҡуйыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көнсығыш сығыу юлы тоннеле төҙөлөшө 1992 йылда башланды һәм 2007 йылда финанслау етмәү сәбәпле туҡтатылды.
Бөгөн төҙөлөш урынына Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров килде. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, подряд ойошмалары төҙөлөш эштәренә тотонған да инде. Генераль подрядсы – Төркиәнең Limak компанияһы – проектты ғәмәлгә ашырыуға әҙерлекте башлаған.
Проекттың дөйөм хаҡы — 33,5 миллиард һум. Шуның 24,45 миллиард һумы — капиталь грант (19,99 миллиарды — федераль бюджет аҡсаһы, 4,5 миллиарды — республика бюджеты аҡсаһы), 9,1 миллиарды — концессионер аҡсаһы. Бөтә эштәрҙең дөйөм хаҡы 40 миллиард һумдан ашыуыраҡ була.
Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн 2023 йылда тамамлау күҙаллана.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика