11:52 (UTC+5), 27 Января 2020

Башҡортостан табиптарына һәм ғалимдарына артабан һатып алыу мөмкинлеге менән торлаҡты ҡуртымға алыу хоҡуғы бирелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай 30 ғинуарҙа «Торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» республика законына үҙгәрештәр ҡабул итергә йыйына. 2017 йылдың авгусында республикала 2025 йылға тиклем яңы ярҙам сараһын – йәшәргә яраҡлы торлаҡты ҡуртымға биреүҙе һәм уны 15 йыл дауамында бүлеп түләү шарты менән һатып алыуҙы күҙ уңында тотҡан Граждандарҙың ҡайһы бер категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү концепцияһы раҫланды.
Яңы механизмды табиптарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн файҙаланыу планлаштырыла. Йәш ғалимдарға – 35 йәшкәсә фән кандидаттарына һәм 40 йәшкә тиклемге фән докторҙарына ла шундай хоҡуҡ бирелә.
«Беҙ кешелек капиталын үҫтереү менән ҡыҙыҡһынабыҙ, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. – Республиканың етештереү ҡеүәте интеллектуаль потенциалға бәйле».
Схеманы индереүҙә Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды ҡатнаша. Фонд ҙур предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итер һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ һатыр тип планлаштырыла (ағымдағы йылдың беренсе кварталына уның бер квадрат метры 43 мең һум тора).
Шулай уҡ Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондының торлаҡты муниципаль йәки дәүләт милкенә тапшырырға мөмкин, был республикала махсуслаштырылған торлаҡ фондын булдырырға мөмкинлек бирергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика