Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Ғинуар 2020, 13:09
Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһының уңышлы рәүештә Европа баҙарҙарына сығыуы мөмкин – Ауыл хужалығы министрлығы
ӨФӨ, 2020 йыл, 27 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәренең үҙҡиммәте буйынса түбәнерәк продукцияһы Европа фермерҙарының продукцияһы менән уңышлы конкурентлыҡ итергә мөмкин, тип иҫәпләй республика хөкүмәте вице-премьеры һәм ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ул 40 кешенән торған Башҡортостан делегацияһының Берлинға «Йәшел аҙна» күргәҙмәһенә барыуы хаҡында һөйләне. Башҡортостан стенды Рәсәйҙең 18 төбәге менән бер рәттән күргәҙмәлә ҡатнашты.
Вице-премьер Австрияның ауыл хужалығы министры Элизабет Кёстингер менән осрашты һәм хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште: республика технологиялар һәм тоҡом малы һатып алырға, Европаға ошо ил аша үҙ продукцияһын оҙатырға ниәтләй, тине чиновник.
Европала артыҡ етештереү кризисына һәм бер үк ваҡытта продукцияның үҙҡиммәте артыуына бәйле күп кенә фермерҙар бөлгөнлөк хәлендә, улар Рәсәйҙән конкуренттар килеүенә шат түгел, тип иҫкә төшөрҙө Илшат Фәзрахманов. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы башлығы илебеҙ продукцияһы был баҙарҙы яулап алыр тигән ышаныста.
Башҡортостан вәкилдәре инвестицияларҙы дауам итеү буйынса сит ил инвесторҙары — Штефан Дюрр (уның «ЭкоНива» агрохолдингы Бәләбәй, Йәрмәкәй, Бишбүләк райондарында һөт комплекстары төҙөй) һәм Бәләбәй һөт комбинаты хужаһы Алекс Бонгрэн (Францияның «Savencia Fromage & Dairy» концерны президенты) менән осрашты. 2021 йылда Бәләбәйҙә Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң ҙур һөт заводы эшләй башларға тейеш.
Шулай уҡ Башҡортостан делегацияһы премиум-класлы «Вальрона» шоколадын етештереүсенең фабрикаһына барҙы һәм компания Рәсәйҙә үҙенең продукцияһына һорауға маркетинг тикшереүе үткәрергә, ыңғай яуап алынған осраҡта Башҡортостандың йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренең береһендә производствоны урынлаштырыу варианттарын ҡарарға һөйләшеп килеште.
http://www.bashinform.ru/news/1405989-bashkirskaya-selkhozproduktsiya-mozhet-uspeshno-vyyti-na-evropeyskie-rynki-minselkhoz-/
Теги:
ауыл хужалығы продукцияһы
төҙөү
шоколад
Читайте нас: