Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Ғинуар 2020, 10:28

Башҡортостанда 500-ҙән ашыу кеше йәшәгән ауылдар автобус бәйләнеше менән тәьмин ителә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2020 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Радий Хәбиров күсмә «Башлыҡ сәғәте» кәңәшмәһендндә муниципалитет башлығы Юлай Ильясов менән Бөгөлсән ауылы мәктәбендә ремонт мәсьәләләре, район мәҙәниәт һарайы тирә-йүнен төҙөкләндереү һәм Көйөргәҙе районының башҡа социаль мәсьәләләрен тикшерҙе.
Республика башлығының эш сәфәре барышында күтәрелгән бөтә мәсьәләләр буйынса тейешле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға йөкләмәләр бирелде. Юлай Ильясов һөйләүенсә, уҙған йылда Башҡортостан етәксеһенең ҡарарына ярашлы районда юлдарға ваҡ таш түшәү буйынса ҙур эш башҡарылды. Быйыл был эште дауам итеү, ҡайһы бер участкаларҙа асфальт түшәү ҡарала. Район үҙәге Ермолаевта — «Төньяҡ» биҫтәһендә һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителә. Район хакимиәтендә Радий Хәбиров күп функциялы үҙәктең эше менән танышты, эштең уңайлылығы менән ҡыҙыҡһынды. Аралашыу ваҡытында ул быйыл республикала 500-ҙән ашыу кеше йәшәгән ауылдарҙы даими автобус бәйләнеше менән тәьмин итеү бурысы тороуы хаҡында һөйләне.
«Ауыл халҡының күп функциялы үҙәккә, дауаханаға, район хакимиәтенә килеү мөмкинлеге булһын өсөн был бик мөһим. Әле беҙ Советтар Союзында төҙөлгән маршруттарҙы өйрәнәбеҙ, улар һәйбәт уйланылған һәм беҙгә ошо тәжрибәне файҙаланырға кәрәк», — тине республика башлығы.
Читайте нас: