06:04 (UTC+5), 23 Ғинуар 2020

9 майға идеаль тәртип: торлаҡ-коммуналь хужалыҡ республикала Эстетика йылын ғәмәлгә ашыра башланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда Тораҡ пункттар эстетикаһы йылының тәүге маҡсаттарының береһе – 9 майға идеаль тәртип булдырыу, тип белдерҙеләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында. Бынан тыш, быйыл Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу өсөн ыңғай мөхит булдырыу мөһим.
Дүрт төп йүнәлеш һайланған: газондар эшләү, тротуарҙарҙы тәртипкә килтереү, урамдарҙы яҡтыртыу, ҡоймалар ҡуйыу, дөйөм алғанда, ҡасабаларҙың тышҡы күренештәрен берҙәм стандартҡа килтереү.
Муниципаль һәм шәхси предприятиелар биләмәләрҙе йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе берлектә хәл итергә тейеш.
Урындағы төҙөлөш материалдарын файҙаланырға кәңәш ителә: бының өсөн республика етештереүселәре (бәләкәй архитектура формалары, шаҡмаҡлап ваҡланған таш, бордюрҙар, плитка, резина япма, яҡтыртҡыстар) каталогы әҙерләнгән. Февралдә уларҙың күргәҙмәһе ойошторола.
Ҡоймаларҙы биҙәүгә килгәндә, властар төбәктең һәм урындағы биләмәләрҙең милли традицияларға таянырға тәҡдим итә.
Башҡарылған эш тураһында отчет өсөн махсус форма индерелә. Уға төҙөкләндереү буйынса башҡа программаларҙан саралар индерергә ярамай. Программаны тормошҡа ашырыуҙы һәм уның этаптарын республика башлығы ҡарамағындағы Контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәре теркәп бара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика