07:08 (UTC+5), 21 Ғинуар 2020

Республикала күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға түләү арта

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2020 йылдан алты ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн түләүҙең минималь күләме — бер квадрат метр өсөн 6,9 һум (хәҙер – 5,2 һум), ә алты ҡаттан бейегерәк йорттарҙа бер квадрат метр өсөн 7,5 һум (хәҙер – 5,8 һум) була.
Республикала норматив 2014 йылдан үҙгәрмәгән, тип иҫкә төшөрҙөләр «Төбәк операторы» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһында. 2019 йылда Рәсәйҙә түләүҙе уртаса күләме – бер квадрат метр өсөн 9,8 һум. Төбәк операторы иҫәпләүҙәре буйынса, 2019 йылда республика өсөн иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән түләү күләме 10,9 һум тәшкил иткән.
Башҡортостанда 30 йылға иҫәпләнгән күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһына (2014-2043 йылдар) 17 023 йорт индерелгән.
«Башҡортостанда тарифтар — илдә иң түбәндәрҙең береһе. Түләүҙең минималь күләме 46 төбәктә артҡан да инде, 2020 йылда Рәсәйҙең тағы 27 субъектында тарифтар ҡиммәтләнә», — тип белдерҙеләр республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.
2021 һәм 2022 йылдарҙа түләүҙең күләме инфляция кимәленән сығып үҙгәртелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика