06:04 (UTC+5), 21 Января 2020

Башҡортостанда ипотека ставкаһын 3,5 процентҡа тиклем түбәнәйтеүҙәре ихтимал

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда «ғаилә ипотека»һы буйынса ставканы 3,5 процентҡа тиклем түбәнәйтеүҙәре мөмкин. «Торлаҡ һатып алыу өсөн аҡса туплау» программаһын ғәмәлгә ашырыу тәртибенә үҙгәрештәр проекты әҙерләнгән. Ул уны балалы граждандар өсөн ипотека ставкаһын федераль субсидиялау программаһы менән берләштереүҙе күҙ уңында тота. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендәге «Төҙөлөш сәғәте» кәңәшмәһендә Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды генераль директорының ипотека-туплау механизмдары һәм программалары буйынса урынбаҫары Евгений Декатов хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, был үҙгәрештәр граждандарҙың ошондай категорияларына ипотека кредиты буйынса ставканы 3-3,5 процентҡа тиклем түбәнәйтеү мөмкинлеге тәьмин итергә тейеш.
«Ил халҡының 42 процентының йән башына уртаса килеме — 15-35 мең һум, был ипотека кредитын хеҙмәтләндереүҙе ауырлаштыра, айырыуса тәүге иғәнә өсөн аҡса булмаған осраҡта. «Торлаҡ һатып алыу өсөн аҡса туплау» программаһында 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала. Шуның һөҙөмтәһендә республикала вкладсыларҙың ике тапҡырға артыуы күҙәтелә — 2019 йылда 3852 кешенән 2020 йылда 7569-ға тиклем. Киләһе осорҙарға планлаштырылған бюджет финанслауы күләме (йыл һайын 235 миллион һум) бер үк ваҡытта программала 10 мең вкладсының ҡатнашыуы өсөн етә», — тип билдәләне Евгений Декатов.
Башҡортостанда «Торлаҡ һатып алыу өсөн аҡса туплау» программаһы 2014 йылдан тормошҡа ашырыла. 2017 йылдың июненән йылына 7 процент менән беренсе ипотека кредиттарын биреү башланды, программа менән ике меңдән ашыу кеше файҙаланды.
Әлеге ваҡытта 7,5 мең кеше аҡса йыя. Башҡортостандың торлаҡ-төҙөлөш баҙарына керем суммаһы 3,5 миллиард һумға яҡынлаша.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика