11:01 (UTC+5), 20 Января 2020

Өфөлә Вәлиди урамындағы буш торған биналарҙа «Сколково» IQ-парк барлыҡҡа килә

Яндекс.Панорама
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 20 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә йыл аҙағына тиклем Сколково төбәк операторы статусында IQ-парк барлыҡҡа килә, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Уның потенциаль резиденттары әле үк «Минең бизнесым» үҙәге булышлығында статус алыу өсөн документтар әҙерләй. Сколково фонды төбәк операторы сифатында эшләү мөмкинлеге генә биреп ҡалманы, IQ-парк концепцияһын формалаштырыуға ла әүҙем ҡушылды. Ул донъяла, мәҫәлән, Сингапурҙа Fusionopolis кеүек, иң сағыу инновация проекттарының береһе булмаҡсы, тип вәғәҙәләй чиновниктар.
Ғинуар аҙағында парктың VR-концепцияһы тәҡдим ителә.
Айкью-парк Зәки Вәлиди урамында күптән буш торған 32/2-се бинала урынлаша.
Бынан тыш, ведомство башҡа инфраструктура майҙансыҡтарын булдырыу эшен алып бара, тип хәбәр итте Римма Бойцова. Полиграфкомбинат һәм НИТИГ базаһында технопарктар ойоштороу концепциялары әҙерләнә. Мәскәү Флаконы креатив кластерҙың идара итеүсе компанияһы булып сығыш яһарға ризалашты. Әлегә ошо проекттың финанс моделе һәм бизнес-планы иҫәпләнә. Чиновник һүҙҙәренсә, республикала IT белгестәр өсөн 20 коворкинг булдырылған, өс бизнес-инкубатор эшләй, һөнәрселәр өсөн креатив кластер һәм көнкүреш коворкингтары ойоштороу күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика