09:38 (UTC+5), 17 Ғинуар 2020

Республикала төбәк операторҙары ғинуар аҙағына тиклем подрядсылар менән сүп-сар сығарыуға килешеүҙәр төҙөй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары 28 ғинуарға тиклем был эш башҡарылмаған барлыҡ муниципалитеттарҙа, башлыса ауыл райондарында подрядсылар менән сүп-сар сығарыуға килешеүҙәр төҙөргә тейеш. График республика Экология министрлығында раҫланған.
Яҙ көнө республикала «RM: контейнер майҙансыҡтары» — ҡалдыҡтар йыйыуҙы һәм сығарыуҙы автоматлаштырылған күҙәтеү системаһы эшләй башлай. 2019 йылдың 20 декабренән муниципалитеттар майҙансыҡтарҙы инвентаризациялау эшенә тотондо. Әле 10 222 контейнер майҙансығы (60% тиерлек) һанлы формаға күсерелгән. Датчиктар контейнерҙарҙың тулыуын күҙәтергә, сүп-сар ташыусыларҙың маршрутттарын оптималләштерергә мөмкинлек бирә.
1 февралдән коммуналь техника водителдәре һынау режимында майҙансыҡтан ҡый сығарыу фактын фотоға төшөрә башлай. 1 марттан программа тулыһынса эшләргә тейеш. Коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу тураһында мәсьәләләр республика хөкүмәтендә төбәктәр менән кәңәшмәлә тикшерелде. Уны беренсе вице-премьер Андрей Назаров һәм вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев үткәрҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика