11:13 (UTC+5), 17 Января 2020

Берлинда «Йәшел аҙналыҡ»: Башҡортостан менән Австрия агросәнәғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Берлинда 85-се «Йәшел аҙналыҡ-2020» халыҡ-ара күргәҙмәһе үҙ эшен башланы. Форумда Башҡортостандың хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге рәсми делегацияһы ҡатнаша. Эшлекле программа барышында Илшат Фәзрахманов Австрияның федераль ауыл хужалығы, төбәктәр һәм туризм министры Элизабет Кестингер менән осрашты. Яҡтар ауыл һәм урман хужалығы, шулай уҡ туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың ноябрендә Австрияла Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу сараһында өс документҡа ҡул ҡуйылды. Атап әйткәндә, «СБТ Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «ДеЛаваль» акционерҙар йәмғиәте, Үрге Австрияның тоҡомло кәзәселек ассоциацияһы һәм Башҡортостандың ит союзы араһында республикала 10 000 баш һауын кәзәһенә иҫәпләнгән кәзәселек комплексы булдырыу буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу хаҡында килешеү.
Башҡортостан Рәсәй экспозицияһы составында үҙенең иң яҡшы аҙыҡ-түлеген күрһәтә. Коллектив стендта «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты һәм республиканың 12 предприятиеһы ҡатнаша. «Йәшел аҙналыҡ» — уникаль халыҡ-ара аҙыҡ-түлек, ауыл хужалығы һәм баҡсасылыҡ күргәҙмәһе. Сара Башҡортостан предприятиеларына продукцияны алға ебәреү өсөн төбәк, сит ил партнерҙары менән бәйләнеш булдырыу майҙансығы ул. Тотош донъяла аҙыҡ-түлек һәм эсемлек етештереүселәр ошо күргәҙмәне һатыу баҙары һәм һынау, шулай уҡ имиджды нығытыу өсөн файҙалана.
«Йәшел аҙналыҡ-2020» 26 ғинуарға тиклем дауам итә.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика