08:23 (UTC+5), 17 Января 2020

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары 70% — 17,6 меңгә тиклем артырға мөмкин

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй президентының көндөҙгө бүлектә бушлай уҡыу мөмкинлеген федераль бюджеттан бүленгән аҡса менән тәьмин итергә ҡушыуына бәйле Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары һаны 17,6 меңгә тиклем артыуы ихтимал.
Республика хөкүмәте 2020-2021 йылғы уҡыу йылына тап ошондай һан (17 605) һорағайны, хәҙер ошо мәсьәләгә кире ҡайтырға мөмкин, тине вице-премьер Фәнүр Йәғәфәров «Мәғариф сәғәте»ндә.
Ағымдағы уҡыу йылында республикала 10 191 бюджет урыны, киләһенә 11 264 раҫланған. «Башинформ», агентлығы хәбәр иткәнсә, илдең алты төбәгендә генә бушлай белем биреү урындары артты. Башлыса улар өс төп юғары уҡыу йорто: Башҡорт дәүләт университеты — 574, Өфө дәүләт нефть техник университеты — 294, Өфө дәүләт авиация техник университеты — 185.
Республиканың 11 вузында һәм 24 филиалында 100,7 мең уҡыу урыны бар, шуларҙың 51,2 меңе - көндөҙгө бүлектә.
Өфө дәүләт нефть техник университетында түләүле көндөҙгө бүлектә белем алыу хаҡы йылына — 105-200 мең һум, Өфө дәүләт авиация техник университетында — 84-165 мең, Башҡорт дәүләт педагогия университетында — 100-112 мең, Башҡорт дәүләт аграр университетында — 90-160 мең, Башҡорт дәүләт медицина университетында — 120-171 мең (сит ил студенттары өсөн 250 мең һум).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика