06:19 (UTC+5), 17 Ғинуар 2020

Башҡортостанда класс етәкселәренә өҫтәмә түләү уртаса 7,73 мең һум була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй президенты Владимир Путиндың 15 ғинуарҙа Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе барышында яңғыраған бойороғона ярашлы, Башҡортостанда 2020 йылдың 1 сентябренән уҡытыусыларға класс етәкселеге өсөн өҫтәмә түләү арттырыла. Федераль бюджеттан 5 мең һумдан кәм булмаған өҫтәмә ҡаралған, бер үк ваҡытта республика түләүҙәре һаҡлана.
«Мәғариф сәғәте»ндә Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров хәбәр итеүенсә, 2019 йылда Башҡортостанда 24 020 класс етәксеһе эшләгән. Уларға түләү күләме бер уҡыусыға 80 һумдан иҫәпләнә (айына). Әле түләүҙең уртаса күләме 1983 һум тәшкил итә, республика бюджеты ошо маҡсатҡа йылына 496,8 миллион һум тотона.
Федераль өҫтәмә, Урал коэффициенты менән бергә, 5750 һум күләмендә иҫәпләнә. Төбәктә класс етәкселәренә түләү уртаса 7733 һум була.
2020 йылдың 1 сентябренән федераль ҡаҙнанан — 733,4 миллион, 2021 йылда 2,2 миллиард һумдан ашыуыраҡ аҡса күсеүе көтөлә.
2021 йылда класс етәкселәренең 470 уҡытыусыға күберәк булыуы фаразлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика