12:36 (UTC+5), 17 Ғинуар 2020

Башҡортостанда «ашығыс ярҙам»да эшләгән табиптарҙың уртаса эш хаҡы 75 меңгә етте

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда ашығыс медицина ярҙамы табиптарының уртаса хеҙмәт хаҡы 2019 йылда 74,9 мең һумдан артты, тип хәбәр итте Максим Забелин республика хөкүмәтендәге «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә.
«Ашығыс ярҙам»да эшләгән урта медицина персоналының хеҙмәт хаҡы уҙған йылдың ғинуар-декабрендә уртаса 43,1 мең һум тәшкил итте. Кесе медицина персоналы иһә 33,9 мең һум самаһы алды.
«Былтыр Башҡортостанда ашығыс саҡырыуҙарға ваҡытында килеп етеү өлөшө 98,7 процент тәшкил итте», — тине республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы.
Хәҙерге ваҡытта республиканың ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтендә 59 станция һәм бүлексәләр бар. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта 74 һәм 23 бригаданан торған бер ашығыс медицина ярҙамы станцияһы иҫәпләнә. Башҡортостандың 57 районында һәм ҡалаларҙа ашығыс медицина ярҙамы бүлексәләре эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика