07:39 (UTC+5), 15 Января 2020

Башҡортостан бизнесҡа көйләүсе тәьҫир һөҙөмтәлелеге буйынса беренсе урынды алды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан властың бизнесҡа көйләүсе тәьҫире һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды алды. Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта хәбәр итте.
«Был беҙҙә эшҡыуарҙар өсөн артыҡ административ кәртәләрҙең булмауы хаҡында һөйләй. Рейтингты йыл һайын Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы иҫәпләй, унда тиҫтәләрсә күрһәткес бар. Уҙған рейтингта беҙ иң яҡшы 30 субъект иҫәбендә – юғары төркөмдә инек. Ләкин хәҙер илдә беренсе урынға сығыуыбыҙ – командабыҙҙың ҙур еңеүе! Инвестиция берләшмәһе араһында республика абруйы өсөн ҙур үҫеш – бизнесҡа беҙгә килергә, һалымдар түләргә, яңы эш урындары булдырырға сигнал. Яҡташтарыбыҙ Себергә эшкә китмәһен, ә тыуған ерендә лайыҡлы эш тапһын өсөн», — тип яҙҙы республика етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика