Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.41
-0.01
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Ғинуар 2020, 09:08

Бер йылда республикала шифахана-курорт ялына ихтыяж 4% артҡан

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2020 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан 2019 йылда шифахана-курорт ялы өсөн популяр биш йүнәлеш иҫәбенә ингән. Рейтингты Санатории-России.рф. сервисы белгестәре төҙөгән.
Рейтинг авторҙары билдәләүенсә, һуңғы йылда республикала ялдың ошо төрөнә һорау 4% артҡан.
Беренсе урынды Краснодар крайы алған. Артабан Ставрополь, Ҡырым, Мәскәү өлкәһе, Башҡортостан, Алтай крайы, Һамар, Ленинград, Ярославль һәм Тула өлкәләре килә.
Ҡалалар араһында Сочи, Кисловодск, Анапа, Пятигорск, Ессентуки, Евпатория, Белокуриха, Железноводск, Ялта һәм Геленджик ял итеүселәрҙә популярлыҡ менән файҙалана.
Читайте нас: