10:07 (UTC+5), 14 Ғинуар 2020

Башҡортостанда Яндекс.Такси һуғыш ветерандарын һәм инвалидтарын бушлай йөрөтә башлай

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Тиҙҙән Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында Яндекс.Такси Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм инвалидтарын, шулай уҡ Ленинград блокадаһында ҡалғандарҙы һәм концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡондарын бушлай йөрөтә башлай. Ошо аҙнала Өфөлә тейешле килешеүгә ҡул ҡуйыла, тип хәбәр итте республика хөкүмәте президиумы ултырышында вице-премьер Ленара Иванова.
«Дөйөм алғанда, бөтәһе 1345 кеше. Уларҙың 841-е һуғышта ҡатнашҡан, 300 Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, 102 блокадалы Ленинградта йәшәүсе һәм 102 концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡоно. Һәр береһе айына дүрт тапҡыр Яндекс.Такси хеҙмәттәре менән бушлай файҙалана ала. Бер юл йөрөү хаҡы 250 һумдан артмаҫҡа тейеш. Йәнә ҡабатлайым: был бушлай һәм тотош республикала», — тип һөйләне Ленара Иванова «Башинформ» агентлығына.
Вице-премьер һүҙҙәренсә, таксиҙа йөрөүҙе алдан планлаштырырға кәрәк. Киләһе аҙнала Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә бының өсөн махсус телефон номеры бүленә. Ветерандарға ошо номерға шылтыратып әйтеү генә талап ителә. Оператор был мәғлүмәтте Яндекс.таксиға тапшыра.
«Идара итеү – беҙҙән. Бөтә ерҙә лә ғаризаларҙы хеҙмәткәр урынлаштыра. Тиҙҙән был проект үҙ эшен башлай», — тип өҫтәне Ленара Иванова.
http://www.bashinform.ru/news/1400913-v-bashkirii-yandeks-taksi-budet-besplatno-vozit-veteranov-i-invalidov-voyny/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика