17:43 (UTC+5), 13 Ғинуар 2020

Башҡортостанда алдағы 3 йылда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереүгә 4,7 миллиард һум йүнәлтелә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2020 йыл, 13 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереүгә 4,7 миллиард һум йүнәлтелә, шуның 3 миллиарды – федераль бюджеттан.
Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәләге сығышында, 2019 йылда Башҡортостанда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереү өсөн 1,2 миллиард һум йүнәлтелде, шуның 692,8 миллион һумы – федераль ҡаҙнаныҡы, тип билдәләне. Дөйөм сумманан 816,7 миллион һум торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә бүленде, 840 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар алды.
Бер йылда дөйөм оҙонлоғо 32,3 саҡрымлыҡ 8 газ менән тәьмин итеү объекты, 11 һыу менән тәьмин итеү объекты (66,9 саҡрым), дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты (Әбйәлил, Ҡалтасы, Ишембай, Асҡын райондарында) төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды, халыҡтың урындағы башланғыстарына ярҙам итеү буйынса өс проект бойомға ашырылды (күп функциялы спорт майҙансыҡтары).
Илеш районының Ҡарабаш ауылындағы «Юбилей» биҫтәһендә комплекслы төҙөлөш проектын ғәмәлгә ашырыу тамамланды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика