04:02 (UTC+5), 09 Января 2020

Республикала күп балалы ғаиләләргә түләүҙәр тәртибе үҙгәртелде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2020 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2020 йылдың 1 ғинуарынан 2017 йылдың 31 декабренән һуң тыуған һәр өсөнсө йәки артабанғы балаға өс йәшкәсә аҡса түләү тәртибе үҙгәрә. Әйтәйек, түләү тәғәйенләү өсөн ғаиләнең йән башына уртаса килеме йылдың II кварталында Башҡортостанда эшкә һәләтле халыҡ өсөн билдәләнгән ике йәшәү минимумы дәүмәленә тиклем арттырыла. Беҙҙең республикала йәшәгәндәр өсөн был сумма 10 434 һумға тиң, тип хәбәр итә ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенә һылтанма менән.
Хәҙер социаль ярҙамдың был төрөнә йән башына уртаса килеме 20 868 һумдан (эшкә һәләтле йәштәге халыҡ өсөн икеләтә йәшәү минимумы дәүмәле) артмаған ғаиләләр хоҡуҡлы, йәки биш кешенән торған ғаиләгә айына 104340 һумдан артмаҫҡа тейеш.
Түләүҙәр күләме элеккесә ҡала — 8993 һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика