05:21 (UTC+5), 30 Декабря 2019

Владимир Путин хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй президенты Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен айына 12130 һум тип билдәләгән законға ҡул ҡуйҙы.
Документ шәмбе рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.
Әлеге ваҡытта МРОТ — 11280 һум.
Был эш хаҡының, төрлө компенсацияларҙың һәм социаль түләүҙәрҙең артыуына килтерә. Атап әйткәндә, МРОТ күләме ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын түләүгә, йөклөлөк һәм бала ҡарау буйынса пособие күләменә йоғонто яһай.
Ҡайһы бер төбәктәрҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме билдәләнгәндән юғарыраҡ була, сөнки Алыҫ Көнсығышта, төньяҡ төбәктәрҙә һәм уларға тиңләштерелгән төбәктәрҙә йәшәгән граждандар өсөн эш хаҡына өҫтәмәләр һәм арттырыусы коэффициенттар күрһәткестең үҙгәреүенә йоғонто яһай.
Башҡортостанда 2020 йылдың 1 ғинуарынан эш хаҡының минималь күләме, район коэффициентын иҫәпкә алып, 13 949,5 һум була. Әлеге ваҡытта республикала МРОТ – 12 972 һум. Шулай итеп, минималь хеҙмәт хаҡы 977 һумға арта.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика