08:05 (UTC+5), 27 Декабря 2019

Өфөнән Италияға һәм Азияға тура авиарейстар асыу күҙаллана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Киләһе йылда Өфөнән халыҡ-ара йүнәлештәр буйынса яңы авиарейстар асылыуы ихтимал. Был хаҡта Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов һөйләне, тип хәбәр итте РБК.
Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, хәҙер Италияға, Ҡаҙағстанға һәм Азия илдәренә пассажирҙар ағымын баһалау буйынса эш алып барыла.
«Пассажирҙар ағымы тотороҡло булған осраҡта, киләһе йылда Өфөнән өҫтәмә халыҡ-ара рейстар асырбыҙ тип ышанам», — тине Тимур Мөхәмәтйәнов.
Дәүләт комитеты рәйесе Австрия менән тура авиабәйләнештең кәрәкле булыуын да билдәләне.
«Һауа судноһының уртаса тәьмин ителеше 70% сиктән кәмемәй. Тап уртаһына баҫтыҡ, шикелле. Был йүнәлеш республикала һәм күрше төбәктәрҙә йәшәүселәр араһында һорау менән файҙалана. Татарстан, Пермь, Удмуртстан туристары беҙҙең аэропорт аша Евросоюзға оса», — тине ведомство башлығы.
Бынан алда «Башинформ», 2020 йылда Өфөнән Ереванға тура рейс асыла, тип хәбәр иткәйне.Тура рейс 2020 йылдың 30 мартында асыла. Осоштарҙы «Азимут» авиакомпанияһы башҡара. Өфөнән осош — дүшәмбе урындағы ваҡыт буйынса киске 7 тула 20 минутта.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика