07:36 (UTC+5), 25 Декабря 2019

Өфө аэропортында 3,5 миллионынсы пассажир теркәлде

Өфө аэропорты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 24 декабрҙә «Өфө» халыҡ-ара аэропорты үҙ тарихында тәүге тапҡыр 3,5 миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе. Был юлы Евгения Казаковаға бәхет йылмайҙы. Ул «Рәсәй» авиакомпанияһының Өфөнән Санкт-Петербургҡа осҡан рейсына теркәлде. Евгения Григорьевна ҡыҙы һәм өс ейәнсәре менән бергә Яңы йыл байрамдарын үткәреү һәм туғандары менән осрашыу өсөн төньяҡ баш ҡалаға юлланды.
«Был минең Яңы йыл әкиәтем! Бай мәҙәни программа планлаштырғанбыҙ, ошондай шәп бүләк Санкт-Петербург буйлап йөрөү өсөн беҙгә өҫтәмә көс, илһам бирер», — тип пассажир.
Республика Хөкүмәте исеменән 3,5 миллионынсы пассажирҙы Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Кәлимуллин ҡотланы.
«Бөгөн республика авиаташыуҙарҙы үҫтереүгә һәм киңәйтеүгә ҙур иғтибар бүлә, рейстарҙы субсидиялауҙа әүҙем ҡатнаша. «Өфө» аэропорты киләһе йылда ла Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты һаҡлап ҡалыр һәм йылдам үҫешен дауам итер тип ышанабыҙ», — тине Азат Кәлимуллин.
«Рәсәй» авиакомпанияһы 3,5 миллионынсы пассажирға Өфө – Санкт-Петербург – Өфө маршруты буйынса бушлай осошҡа сертификат бүләк итте. Өфө аэропортынан уға бушлай парковкаға, бизнес-залда хеҙмәтләндереүгә сертификаттар һәм иҫтәлекле сувенирҙар тапшырылды.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика