Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Декабрь 2019, 15:23
2020 йылда Өфөнән Ереванға тура авиарейс асыла
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2020 йылдың 30 мартында Өфөнән Ереванға тура рейс асыла. Был хаҡта Өфө аэропортының матбуғат секретары Татьяна Ризван хәбәр итте.
Осоштарҙы «Азимут» авиакомпанияһы башҡара. Самолет Өфөнән дүшәмбе урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 7 тула 20 минутта юлға сыға.
2 апрелдән икенсе рейс асыла. Осоштар кесе йома урындағы ваҡыт менән киске 8 тула 25 минутта башҡарыла. Өфөнән Ереванға тиклем араны үтеү өсөн 2 сәғәт 50 минут кәрәк.
«Азимут» — «Платов» аэропортының төп авиакомпанияһы. Паркта — SSJ-100 «Сухой Суперджет 100» һауа суднолары.
http://www.bashinform.ru/news/1395562-iz-ufy-v-2020-godu-otkroetsya-pryamoy-reys-v-erevan/
Теги:
авиаташыуҙар
Читайте нас: