10:44 (UTC+5), 19 Декабря 2019

Киләһе йылда Өфөлә йәнлектәр өсөн ашығыс ярҙам үҙ эшен башлай

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә 2020 йылда ашығыс ветеринария ярҙамы үҙ эшен башлай. Башҡортостандың баш дәүләт ветеринария инспекторы — республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында ошо хаҡта белдерҙе.
«Йыл аҙағында Башҡортостан райондарының ветеринария хеҙмәттәренә 40 автомобиль тапшырыла — ветеринарҙар малдарҙы ҡарау йәки уларға прививка яһау өсөн алыҫ ауылдарға бара ала. Ике «Ларгус» Өфөлә йәнлектәр өсөн ашығыс ветеринария ярҙамы ойоштороуға йүнәлтелә. Хеҙмәт тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк», — тине Азат Йыһаншин.
Дүрт аяҡлылар өсөн ашығыс ярҙам 2020 йылдың башында шылтыратыуҙар ҡабул итә башлай.
Йыһаншин Ишембайҙа һәм Өфөлә зооҡунаҡханалар асыу пландарын да хәбәр итте, сөнки быйыл Стәрлетамаҡта асылған зоо-отель популярлыҡ яулай бара. Киләсәктә Өфөлә зоотакси ҙа буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика