Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Декабрь 2019, 09:02

Өфөлә яңы йылдан ашығыс ярҙам табиптарына торлаҡ һатып алырға ярҙам итәләр

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә ашығыс ярҙам табиптарына һәм фельдшерҙарына торлаҡ һатып алырға ярҙам итәләр. Ҡала Советы ултырышында баш ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфирә Баҡыева компенсация түләү тәртибе хаҡында һөйләне.
Программаға ярашлы, 2020 йылдың 1 ғинуарынан ашығыс медицина ярҙамына эшкә урынлашҡан хеҙмәткәрҙәр торлаҡ өсөн аҡса алыу хоҡуғына эйә. Табиптарға – 500 мең һум, фельдшерҙарға 350 мең һум бирелә. Аҡса биш йыл дауамында: 36, 48 һәм 60 ай эшләгәндән һуң өлөшләп түләнә.
Программала ҡатнашыусылар 2019 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә тиклем ашығыс медицина ярҙамында эшләргә һәм уларҙың маҡсатлы уҡытыу менән бәйле йөкләмәһе булырға тейеш түгел.
Властар фекеренсә, компенсациялар ашығыс ярҙам хеҙмәтендә кадрҙарға ҡытлыҡ проблемаһын хәл итергә ярҙам итергә тейеш.
2019 йылдың 1 октябренә ҡарата ашығыс медицина ярҙамы станцияһында табиптар һаны — 64,7%, фельдшерҙар — 67,7%. Ҡалала саҡырыуҙарға көн һайын уртаса 74 бригада сыға.
Читайте нас: