09:59 (UTC+5), 17 Декабря 2019

Радий Хәбиров Иглин районында Бал ауылын ойоштороу пландарын хупланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Иглин районының Иван-Казанка ауылы янында фермер Фәнис Хәлилов түмәр-солоҡ умартасылығы менән шөғөлләнә. Ул Башҡортостан башлығына ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Бал ауылын ойоштороу буйынса пландары хаҡында һөйләне. Ул аутентик стилдә, ҡунаҡтар өсөн тиҫтәләрсә йорттан торған башҡорт ауылына оҡшатып эшләнергә, һунарсы, умартасы, ҡымыҙ бешеү, балыҡсы йорттары һәм һөнәрселек оҫтаханалары булырға тейеш.
«Ауылда шулай уҡ 300 солоҡсолоҡ умарталығы, 40 баш йылҡыға иҫәпләнгән ферма, ҡымыҙ фермаһы, «Ылаҡ» уйыны өсөн манеж, шулай уҡ йәйәүле һәм атлы уҡсылар өсөн манеждар төҙөлә», — тип һөйләне Иглин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Коннов. Эшҡыуар Артур Иҙелбаев, үҙ сиратында, Өфөнөң яҡын булыуын иҫәпкә алып, бында туристар йөрөтә башлауҙарын һәм урындың популярлыҡ яулауын әйтте.
Ауыл төҙөүҙең яҡынса хаҡы 227 миллион һум тәшкил итә. Республика бал музейын асыу, ауылда 1,5 саҡрым оҙонлоҡтағы асфальт юл һалыу һәм шәхси секторҙы тоташтырып, Бал ауылына хәтлем газ үткәргес төҙөү планы бар. Фермер хужалығы етәксеһе проектҡа 15 миллион һум индергән һәм тағы ла үҙенең 10 миллион һум аҡсаһын һалырға ниәтләй.
Был проект 2021 йылда үтергә тейешле «Апимондия» Бөтә донъя умартасылар конгресына әҙерләнеү буйынса республика ойоштороу комитетында хупланды. «Башҡорт түмәр-солоҡ умартасылығы» проекты ҡунаҡтар өсөн техник тур булараҡ ҡарала (өс көндә 8 меңләгән кеше).
Ойоштороу комите рәйесе, хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов тәҡдиме менән республика һәм федераль грант конкурстарында ҡатнашыу өсөн проекттың бизнес-планы әҙерләнә. Радий Хәбиров түмәр-солоҡ умартасылығын тәүгә күреүен әйтте.
1 из 10
«Беҙ республика өсөн традицион умартасылыҡ тармағын да, туризм өлкәһен дә үҫтерәсәк Бал ауылы проектына ярҙам күрһәтербеҙ. Миңә бында барыһы ла оҡшаны», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
http://www.bashinform.ru/news/1392697-radiy-khabirov-odobril-plany-po-sozdaniyu-medovoy-derevni-v-iglinskoy-rayone/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика