08:02 (UTC+5), 13 Декабря 2019

Республика өсөнсө балаһы тыуған ғаиләләргә пособие түләүгә федераль аҡса аласаҡ

Карина Камаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. 2020 йылда Башҡортостан өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләргә пособие түләүгә бәйле сығымдарҙы берлектә финанслау өсөн федераль бюджеттан аҡса аласаҡ. Тейешле документ Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылған.
Федераль аҡса бүленәсәк төбәктәр исемлегендә 75 субъект бар. Уларҙа тыуымдың дөйөм коэффициенты күрһәткесе 2-нән артмай, халыҡтың тәбиғи һәм миграция кәмеүе күҙәтелә.
Владимир Путиндың «Рәсәй Федерацияһының демография сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында» «май» указында ғаиләләргә ай һайын аҡсалата түләү ҡаралған.
2020 йылда түләүҙәрҙе берлектә финанслау өсөн аҡсаның дөйөм күләме 55,3 миллиард һум тәшкил итәсәк, шул иҫәптән 45,8 миллиард һумы — федераль бюджеттан, 9,5 миллиард һумы – Федерация субъекттары ҡаҙнаһынан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика